Әйткәндәй, тыуған ил кинематографияһына социаль һәм иҡтисади ярҙам итеү федераль фонды йыл һайын кинозалдарҙы үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу буйынса конкурс ойоштора. Был юлы Рәсәй төбәктәренән 61 кино майҙансығы еңеүсе тип табылды. Шуларҙың алты проекты – Башҡортостандан, шул иҫәптән 2-әүһе – Дәүләкәндән. Әлеге программа «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.