+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2020, 18:26

Яңы уҡыу йылына календарь төҙөлгән

Мәктәптәр өсөн яңы уҡыу йылына мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан төҙөлгән календарь баҫылып сыҡты.

Уның буйынса, 2020/2021 йылғы уҡыу йылында беренселәр 33 аҙна белем үрҙәренә үрләйәсәк, II – VIII синыфтар – 35, IX – XI синыфтар – 34.
Көҙгө каникулдар 26 октябрҙән 4 ноябргә тиклем дауам итә, ҡышҡы ялдар – 31 декабрҙән 13 ғинуарға тиклем. Яҙғы каникулды 29 марттан 4 апрелгә тиклем үткәреү тәҡдим ителә. Һөҙөмтәлә, беренселәр 137 көн ял итәсәк, II – VIII, X синыфтар – 124, IX, XI синыфтар – 130 көн.
Читайте нас: