+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2020, 11:01

38 мәктәп яңы автобуслы булды

Һөйөнсө! Республикабыҙҙың 38 мәктәбе яңы автобуслы булды.

Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә мәктәп директорҙарына асҡысты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Әлеге «Газель Некст» маркалы автобустары төпкөл ауылдарҙағы балаларҙы мәктәпкә алып килергә, төрлө район ярыштарына, олимпиадаларына ҡатнашырға йөрөтөргә мөмкинлек бирәсәк.
Билдәләп үтеүҙәренсә, 2020 йылда мәктәп автопаркын яңыртыуға төбәк ҡаҙнаһынан 106 миллион һум аҡса бүленгән. Быйыл барлығы 135 автобус алыу планлаштырыла.
Читайте нас: