+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2020, 17:22

«Арғымаҡ» Бөтә Рәсәй фестиваль-марафонында ҡатнаша

«Арғымаҡ» этно-рок төркөмө Башҡортостан исеменән «Рәсәй йырҙары» Бөтә Рәсәй фестиваль-марафонында сығыш яһай. Проекттың авторы һәм художество етәксеһе – Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Надежда Бабкина.

Бөтә Рәсәй фестиваль-марафоны 21-енән 30 авгусҡа тиклем Кострома өлкәһендә уҙа.
– Надежба Бабкина исемендәге «Рәсәй йырҙары» фестивалендә өсөнсө тапҡыр ҡатнашабыҙ. Надежда Георгиевна – илдең күп милләтле халҡын ижади яҡтан берләштереүсе ғәжәйеп кеше. Фестиваль барышында ҡурай илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә яңғыраны һәм Рәсәйҙең күп ҡалаларында башҡорттарҙың мәҙәниәтен күрҙеләр, – тип белдерҙе төркөмдөң етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Ринат Рамаҙанов.
Читайте нас: