+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2020, 09:56

Бөйөк шағирҙы иҫкә алыу урынына әйләнәсәк

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә 18 сентябрҙә Дүртөйлө районы Әсән ауылында моделле район китапханаһын асыу тантанаһы үтәсәк.

Әсән ауылы халҡы ауылдаштары, күренекле шағир Шәйехзада Бабич менән ғорурлана. Уның тыуған ауылында Башҡортостан һәм Татарстан шағирҙары, яҙыусылары ҡатнашлығында «Бабич уҡыуҙары»н үткәреү матур йолаға әйләнгән. Әсән ауылында Шәйехзада Бабичтың музейы ла бар. Данлыҡлы ауылдаштарының исеме бер урамға ҡушылған, Әсән ауыл мәктәбе лә уның исемен йөрөтә.
Әлеге асыласаҡ моделле китапхана һәм музей бөйөк шағирҙы иҫкә алыу урынына әйләнәсәк. Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан тағы ла шағир йорто торған урында ял итеү урыны һәм баҡсаһы булған «Бабич һуҡмағы» тематик комплексты булдырыу буйынса эштәр алып барыла.




Читайте нас: