+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2020, 16:06

Ҡуштауҙа айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе ойошторола

Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы Ҡуштауҙа төбәк әһәмиәтендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһен ойоштороу тәҡдимен хупланы. Йәнә федераль ведомство тарафынан һәр төрлө ярҙам күрһәтергә әҙер булыуҙары ла белдерелде. Киләсәктә бында федераль әһәмиәттәге айырыуса һаҡланған биләмә булдырыласағы ла билдәләнде.

Шуныһы ҡыуаныслы: Ҡуштау эшкәртелмәйәсәк, уны яҡлаусылар ныҡ торҙо,изге тауыбыҙ йәшәйәсәк! Белеүегеҙсә, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалаларынан алыҫ булмаған дүрт шихандың береһе ул. Бында ғалимдар тарафынан Башҡортостандың, Рәсәйҙең һәм Тәбиғәтте һаҡлау халыҡ-ара союзының «Ҡыҙыл китаб»ына индерелгән хайуандар, үҫемлектәр һәм бәшмәктәрҙең 35 төрө барлығы асыҡланған. Торатау менән Йөрәктау ҙа шулай уҡ республика әһәмиәтендәге айырыуса һаҡланған биләмә булараҡ иғлан ителгән.
Читайте нас: