+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2020, 10:10

Реформа хаҡында фекер алыштылар

Рәсәй Президенты Владимир Путин суд приставтарының федераль хеҙмәте директоры Дмитрий Аристов менән осрашты.

Осрашыу ваҡытында федераль хеҙмәттәге реформа хаҡында фекер алыштылар. Коллекторҙар эшенә лә айырым иғтибар бүленде.
Рәсәй Федерацияһының төп суд приставының һүҙҙәренсә, федераль хеҙмәттә реформа әүҙем алып барылған. Тәүге этапта федераль ҡанунға үҙгәрештәр әҙерләнгән, яңы федераль ҡанундар сығарылған. Барлығы 200 төрлө кимәлдәге норматив-хоҡуҡи акт. Үткән йылдың 1 октябрендә «Рәсәй Федерацияһында мәжбүри үтәү органдарында хеҙмәт тураһында» 328-се федераль ҡанунға ҡул ҡуйыу тарихи ваҡиға булған. Ул быйыл 1 ғинуарҙан башланып, 1 июлдә тамамланған. Был осорҙа комплекслы аттестация саралары үткәрелгән.



Читайте нас: