+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2020, 14:28

Уҡыусылар яңы меню буйынса туҡланасаҡ

Уҡыу йылы башынан мәктәптәрҙә яңы меню индерелә. Ул ата-әсәләр комитеты вәкилдәре, табип-диетологтарҙың теләк-тәҡдимдәре иҫәпкә алынып төҙөлгән.

Уҡыусыларҙың туҡланыу рационында үҫеүсе организм өсөн мөһим булған ит һәм балыҡ, ярма, йәшелсә-емештәр ҙә бар. Меню варианттарын төҙөгәндә урында ҡулланылған аш-һыу ризыҡтары күҙ уңына алынған. Мәҫәлән, төшкөлөккә ҡайнар ашҡа ауылса ҡуллама ашы, винегрет, майлы тары бутҡаһы, итле гуляш, витаминлы компот һәм арыш икмәге биреләсәк.
Шулай уҡ шәкәр диабеты һәм аҙыҡ-түлеккә аллергия менән интегеүселәр өсөн айырым диетик меню булдырылған.
Читайте нас: