+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2020, 09:45

Заманса кинозал йыл аҙағында асыласаҡ

2020 йылдың аҙағына тиклем Саҡмағош районында заманса яңы кинозал барлыҡҡа киләсәк.

Йыл башында район мәҙәниәт йорто кинозалдар төҙөү буйынса конкурста ҡатнашыу өсөн Рәсәй кинематографияһының социаль һәм иҡтисади ярҙам күрһәтеү федераль фондына ғариза биргәйне. Август айында Саҡмағош районы милли фильмдарҙы күрһәтеү өсөн шарттар тыуҙырыу өсөн 5 миллион һум күләмендә аҡса алыусылар исемлегенә индерелде.
Буласаҡ кинозалға бина балалар ижады үҙәгенән бүленгән. Залдың дөйөм майҙаны – 292,6 квадрат метр, 100 урынға иҫәпләнгән. Һанлы заманса кинозалға район буйынса 20 меңдән ашыу кеше инә аласаҡ.




Читайте нас: