+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2020, 16:54

Ҡазанда Мостай Кәримгә һәйкәл асылды

Ҡазанда Мостай Кәрим исемендәге скверҙа республикабыҙҙың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл асылды. Уны асыу тантанаһында Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Скульптураның дөйөм хаҡы – 45 миллион һум. Ул Урал тауҙары һикәлтәһендә ултырыусы шағир һынын үҙ эсенә алған ҡатмарлы композициянан тора. Һәйкәлдең авторы – илдең рәссамдар союзы рәйесе, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, скульптор Андрей Ковальчук. Асыу тантанаһында Татарстан Президенты уға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, шулай уҡ скульптор Башҡортостандың дәүләт наградаһы – Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән дә бүләкләнде.
Радий Хәбиров, был һәйкәл ике туғандаш республиканың ҡаҡшамаҫ дуҫлыҡ символына әйләнәсәк,тип белдерҙе.
– Үткән йылда, Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләгәндә, Өфөлә Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асҡайныҡ. Быйыл Татарстанға 100 йыл тула һәм бөгөн тағы ла беҙҙең халыҡ өсөн ҡыуаныслы ваҡиға – беҙ Мостай Кәримгә һәйкәл асабыҙ. Мостай Кәримдең әҫәрҙәре һәр ваҡыт тәрән мәғәнәле,милли колоритлы булыуы менән айырылып торҙо, – тине Рөстәм Миңлеханов.
Ул Башҡортостан Башлығын 100 йыллыҡ юбилей миҙалы менән бүләкләне. Шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов әйтеүенсә, олатаһының Татарстанға һөйөүе Ғабдулла Туҡайҙың шиғырҙарын тыңлаған бәләкәй сағынан уҡ башланған.
Читайте нас: