+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2020, 17:32

Еңеүсе автомобиль менән бүләкләнәсәк

Йыл һайын ойошторолған «Һылыуҡай – 2020» конкурсына кастинг башлана. Матурлыҡ һәм һәләтлелек бәйгеһе быйыл беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә үтәсәк. Гүзәллек бәйгеһендә кейәүгә сыҡмаған, балалары булмаған, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған 16-нан 25 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Уларҙың башҡорт телендә иркен һөйләшеүе, тәбиғи матурлығы, буйы 165 сантиметрҙан да кәм булмауы мөһим. Конкурсты Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, республика халыҡ ижады үҙәге, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы ойоштора.

Башҡорт һылыуҡайы конкурсы өс этаптан торасаҡ. Тәүгеһе – төбәк этабы Рәсәйҙең 11 төбәгендә һәм Башҡортостандың 9 зонаһында үткәрелә. Еңеүселәр Өфөлә 7 ноябрҙә уҙасаҡ финал турына саҡырыласаҡ. Бында үткән ҡыҙҙар өсөн хореография, вокал, актёрлыҡ оҫталығы, подиум хореографияһы, визаж буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ, костюм һайлауҙа ярҙам күрһәтеләсәк.
Һайлап алыу турында ҡатнашыу өсөн ғаризаны «Һылыуҡай – 2020» билдәһе менән [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Һылыуҡай исемен яулаусы 3 декабрҙә билдәле буласаҡ. Еңеүсене төп приз – автомобиль көтә.
Белешмәләр өсөн телефондар: 8(347) 289-66-47 – Эльза Марат ҡыҙы Таныбаева; 8 (347) 289-65-50 – Гөлнара Ғиниәт ҡыҙы Бадалова; 8 917 369 99 99 –Евгения Петровна Машко; 8 917 379 38 72 – Айгөл Илгиз ҡыҙы Үтәгәнова.
Читайте нас: