+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2020, 09:55

Онлайн-«түңәрәк өҫтәл»дә үҫеш юлдары ҡаралды

Туймазы районының Ҡандралағы моделле балалар ауыл китапханаһында онлайн-«түңәрәк өҫтәл» үтте. Унда республикабыҙҙағы китапханалар системалары директорҙары, 2022 – 2024 йылдарҙа моделле китапханалар булдырыу буйынса «Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» федераль проекты сиктәрендә конкурста ҡатнашырға дәғүә итеүселәр, 2021 йылға һайлап алыу конкурсында еңеүселәр ҡатнашты.

Әлеге онлайн-сарала Белорет, Благовар, Бүздәк, Дүртөйлө, Илеш, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Шишмә райондары һәм Нефтекама ҡалаһынан вәкилдәр булды. «Түңәрәк өҫтәл»дә «Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы яңы быуын китапханаларын булдырғанда килеп сыҡҡан проблемаларҙы хәл итеү һәм үҫеш юлдары ҡаралды.



Читайте нас: