+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2020, 09:58

Рәсәй Президенты «Башҡортостан сода компанияһы» менән бәйле хәлде тикшерергә ҡушты

Президент Владимир Путин да Ҡуштау тирәһендә булған ваҡиғаны иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Рәсәй Хөкүмәте ағзалары менән үткәргән сираттағы кәңәшмәһендә ул республика етәкселеге менән берлектә «Башҡортостан сода компанияһы» менән бәйле хәлде ентекле асыҡларға ҡушты.

– Мин яңы ғына әйтеп үткән «Башҡортостан сода компанияһы»ның контроль пакеты шәхси кешеләрҙеке. Уларҙың аҡсаһы инвестицияланмай, төбәктә ҡалмай, – тип белдерҙе ул кәңәшмә барышында.
Ил башлығы билдәләүенсә, компанияның 45 миллиард төшөмөнөң 2, 5 миллиарды ғына инвестициялауға киткән. Ул тағы прокуратураға килешеүҙең дөрөҫлөгөн дә тикшерергә ҡушты.
– Шуныһы иң ҡыҙығы – 2013 йылдың башында компанияның берләшеүе аша ғәжәйеп рәүештә дәүләт өлөшө кәмей төшкән. Дәүләттеке башта 62 процент тәшкил итһә, ҡапыл 38 процентҡа әйләнгән, – тип тә билдәләне сығышында Владимир Путин.

Читайте нас: