+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2020, 13:42

«Тарихи хәтер» Бөтә Рәсәй конкурс-проекты еңеүселәре билдәләнде

«Берҙәм Рәсәй» партияһы «Тарихи хәтер» Бөтә Рәсәй конкурс-проектының федераль этабы еңеүселәрен асыҡланы. Эксперттар Бөйөк Ватан һуғышы хәтеренә арналған иң яҡшы мәктәп музейы, мөйөшө йәки бүлмәһен «Ҡала музейы» һәм «Ауыл музейы» номинацияларында билдәләне. Шулай итеп, 94 мәктәп еңеүселәр рәтенә инде. I, II, III урын яулағандар 300, 200 һәм 100 мең һум күләмендә аҡса аласаҡ.

Шуны ла әйтеп китергә кәрәк, финалға февралдән төбәк этабында еңгән 148 музей презентацияһы ебәрелгәйне. Бында Рәсәйҙең 77 төбәгенән музейҙар ҡатнашты. Ә төбәк этабында ҡатнашыу өсөн 3 мең 176 ғариза бирелгәйне.
– Эштәрҙе ҡыҙыҡлы итеп биреү, уҡыусыларҙың һәм уларҙың етәкселәренең ҙур эҙләнеү хеҙмәте, уҡыусыларҙың музейҙарҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыуы бик тә яҡшы, уларҙың киләсәктәге һөнәри үҫештәре өсөн кәрәк буласаҡ. Мәктәптәрҙә яйға һалынған белем һәм патриотик тәрбиә биреүҙә музейҙарҙың ҙур ролен дә билдәләп китергә кәрәк. Балалар тарихты белергә тейеш, – тип белдерҙе «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Тарихи хәтер» проектының төбәк координаторы Виталий Бессонов.
Читайте нас: