+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Август 2020, 10:01

Әбйәлил районына эндоскопия комплексы алынды

Әбйәлил районының үҙәк район дауаханаһына видеофиброколоноскопия үткәреү өсөн эндоскопия комплексы алынды. Быға тиклем бында йәшәүсе халыҡҡа тикшерелеү өсөн Магнитогорск ҡалаһындағы шәхси клиникаларға йәки Өфөгә барырға тура килә ине.

Ҡалын эсәктәр видеофиброколоноскопияһы ҡалын эсәктәрҙең хәл-торошон баһалай. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә алынған комплекс төшөргән рәсемде юғары кимәлдә ҙурайтып, мониторға сығара. Был иһә белгестәргә дөрөҫ диагноз ҡуйып, дауалау сараһын билдәләргә ярҙам итә.




Читайте нас: