Ил етәксеһе транспорт министры Евгений Дитрих, «Вад» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Валерий Абрамов һәм баш технолог Андрей Волков оҙатыуында «Аурус» автомобилендә руль артында яңы юлдарҙың бишенсе биләмәһе буйынса үтте. Владимир Владимирович трассаны төҙөү этаптары тураһындағы мәғлүмәт стендын ҡараны, эшселәр менән аралашты.