+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Август 2020, 16:27

«Сәскәләр урынына- балалар» акцияһында ҡатнашырға саҡыралар

«Үҙенсәлекле балалар» фонды Башҡортостан халҡын «Сәскәләр урынына- балалар» акцияһында ҡатнашырға саҡыра. Уҡыусыларҙың ата-әсәләренә 1 сентябргә сәскәләр һатып алмай,шул аҡсаны фонд иҫәбенә күсереп, ауырыу балаларға ярҙам итергә тәҡдим ителә.

– 1 сентябрҙә балалар һәм уларҙың ата-әсәләре күп гөлләмәләр урынына синыф исеменән уҡытыусыға бер гөлләмә алып бирә. Ә ҡалған гөлләмәләрҙе һатып алыр өсөн тәғәйенләнгән аҡсаларҙы инвалид булмаҫҡа өмөттәре булған кескәйҙәргә ярҙам йөҙөнән фонд иҫәбенә күсерә, – ти ойоштороусылар.
Үткән йылда акция барышында 53 меңдән ашыу аҡса йыйылған. Быйыл иһә өс бәләкәсте – Өфөнән Асали, Кушнаренконан Рената һәм Салауаттан Еваны дауалар өсөн 190 мең аҡса йыйырға уйлайҙар.
Аҡсаны фондтың https://bf-osobennyedeti.ru/kak-pomoch/ сайтында күрһәтелгән иҫәпкә күсерергә мөмкин. Ярҙам күрһәткәндә ҡайһы мәктәптән, ниндәй синыфтан булыуығыҙҙы ла күрһәтергә онотмағыҙ, фонд тарафынан Рәхмәт хаттары әҙерләнәсәк. Теләктәре булғандар уҡытыусылары менән төшкән дөйөм синыф фотоһын да ебәрә ала.
Читайте нас: