+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 15:56

Медицина инспекторҙарының бурыстары

Мәктәптәрҙәге медицина инспекторҙары нимә менән шөғөлләнәсәк һуң? Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, улар иң беренсе йәһәттә мәктәпкәмәктәп эсендә үткәреү режимын күҙәтеү аҫтында тотасаҡ.

Тағы ла температураны үлсәү, антисептик кәрәк-яраҡтың,бактерицид лампаларҙың булыуын, социаль аралыҡты һаҡлауҙы үтәүҙе тикшереү, мәктәп эсен еүеш сепрәк менән таҙартыуҙы ойоштороу ҙа улар бурысына инә. Смена һанына ҡарап, һәр бер мәктәптә 1 йәки 2 инспектор эшләйәсәк. Талаптарҙы үтәү тураһында мәғлүмәттәр махсус чек-ҡағыҙға яҙылып барыласаҡ.
Алдан хәбәр ителеүенсә, медицина инспекторҙары булып Башҡорт дәүләт медицина университеты, медицина колледждарының юғары курс студенттары, ординаторҙары эшләйәсәк. Медицина инспекторы булып эшләү студентҡа уҡыу практикаһы булып һанала.
Читайте нас: