+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 10:01

Президент шахтёрҙарҙы ҡотланы

30 августа Шахтёрҙар көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан Рәсәй Президенты Владимир Путин күмер сығарыу өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын байрамдары менән ҡотланы. Был хаҡта kremlin.ru сайты хәбәр итә.

– Күмер сәнәғәте тыуған илдең яғыулыҡ-энергетика комплексының боронғо өҫтөнлөклө тармаҡтарының береһе һанала, ә компетентлыҡ, ҡыйыулыҡ, иптәштәренә һәр ваҡытта ярҙамға килергә әҙер булған шахтёр хеҙмәте йәмғиәттә абруй ҡаҙанған. Һәм, әлбиттә, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән йылда ветерандарға айырыуса рәхмәт белдерге килә, – тиелә ҡотлау телеграммаһында.



Фото: ТАСС/ Алексей Дружинин.
Читайте нас: