+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 09:56

Яңыртылған мәҙәниәт йорто асылды

Благовар районы Мирный ауылындағы мәҙәниәт йорто 1960 йылдан алып эшләй. Быйыл «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә 6 миллиондан ашыу аҡса бүленеп, биналарына капиталь ремонт яһалды, матди-техник базаһы яңыртылды.

Бында балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн байрам сараларынан тыш, ижади түңәрәктәр ҙә эшләйәсәк. Шуға ауыл халҡы яңыртылған мәҙәниәт йортон асыуҙы көтөп алды. Тантаналы шарттарҙа уны асыуҙа республикабыҙҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Благовар районы хакимиәте башлығы Марат Йосопов ҡатнашты.


Читайте нас: