+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 18:38

Башланып китте уҡыуҙар

Республикабыҙҙағы 490 меңдән ашыу уҡыусы өсөн яңы уҡыу йылы башланды. Ә беренсе синыфҡа тәүге тапҡыр 55 мең бала аяҡ баҫты. Илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле, быйыл барыһы өсөн дә Белем байрамы тантаналары ойошторолманы, тик I, IX, XI синыфтарға ғына үткәрелде.1 сентябрь көнө барлыҡ уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләрҙе иң тәүҙә республика Башлығы Радий Хәбиров яңы уҡыу йылы менән онлайн рәүештә ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.

– Эйе, үткән осор бөтәбеҙ өсөн дә еңелдән булманы, хатта кескәйҙәр һәм өлкән синыфтар өсөн дә. Сөнки дистанцион формала уҡырға тура килде. Бик етди мәғлүмәт йөкләмәһе төштө. Уҡыусыларға ла бик ауыр булды, шулай уҡ уҡытыусыларға ла. Был уҡыу йылын синыфтарҙа, мәктәптәрҙә элеккесә башлап ебәрәбеҙ.
Бөгөн иң тәүҙә уҡыусыларыбыҙға мөрәжәғәт итәм. Зинһар, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Һаман да коронавирус йоҡламай. Ул бар, ул беҙҙең арала. Һеҙ үҙегеҙҙе, айырыуса уҡытыусыларығыҙҙы һаҡлағыҙ. Был, моғайын, һеҙҙең өсөн – иң төп мәсьәләләрҙең береһелер, – тине ҡотлау телмәрендә.
Республика етәксеһе мәғариф өлкәһендәге ҡайһы бер ҡыуаныслы яңылыҡтарға ла туҡталып китте. Быйылдан Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында 1 мең 500-гә ҡаҙна урындары арттырылған. Башланғыс синыф уҡыусылары ашханаларҙа бушлай туҡлана башлай. Уҡыусылар һаны күп булған ҙур мәктәптәрҙә хәҙерге заман ҡоролмалары менән йыһазландырылған стоматология кабинеттары асылған. Радий Фәрит улы илебеҙ белем усаҡтарында «Үргә ос», «Спорт көрәше – мәктәптәргә» һәм башҡа программалар ҙа әүҙем ғәмәлгә ашырылыуын белдерҙе.
Читайте нас: