+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 11:41

Республикаға өсөнсө автоклуб алынды

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә республикабыҙҙың биш районында күп функциялы күсмә мәҙәниәт үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк. Ошо көндәрҙә Йылайыр районына автоклуб килтерелде. Был - республикала өсөнсө автоклубтарҙың береһе.

Йылайыр районында 53 ауыл тораҡ пункты иҫәпләнә, шуларҙың 22-еһендә генә клуб бар. Район үҙәгенән иң төпкөл ауылға тиклем – 90 саҡрымдан ашыу.
Автоклуб иһә парктарҙа, ял итеү урындарында, асыҡ йәйге һәм ҡышҡы майҙансыҡтарҙа төрлө мәҙәни саралар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Шулай итеп, күсмә концерт программалары үткәреү, ижади коллективтарҙың сығыштарын күрһәтеү өсөн мобиль сәхнә мәсьәләһе хәл ителгән дә инде.
Йылайыр районында Белем көнөндә автоклубты ҡулланып ҡарау планлаштырыла. Был көндө Ҡашҡар ауылына концерт программаһы тәғәйенләнгән. Артабан автоклуб график буйынса юлға сығасаҡ.


Читайте нас: