+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 11:44

Ҡырғыҙстан Президенты рәхмәтен белдерҙе

Ҡырғыҙ яғы теләге менән Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Ҡырғыҙстан Президенты Сооронбай Жээнбеков телефондан һөйләште.

Һөйләшеү барышында сәйәсәт, иҡтисад һәм гуманитар өлкәһендә ике яҡлы көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында фекер алыштылар. Рәсәй-ҡырғыҙ стратегик партнёрлығын артабан да үҙ-ара нығытыу раҫланды. Телефондан аралашыу мәлендә коронавирус инфекцияһының таралыуына ла айырым иғтибар бүленде. Сооронбай Жээнбеков пандемия эҙемтәләрен еңеп сығыуҙа бик ваҡытлы һәм эффектив ярҙам өсөн рәхмәтен белдерҙе. Рәсәй Президенты иһә уны Ҡырғыҙстан республикаһының милли байрамы – Бойондороҡһоҙлоҡ көнө менән ҡотланы.




Читайте нас: