+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2020, 10:26

Онлайн-дәрестә Рәсәй Президенты ла ҡатнашты

Дуҫтар, 1 сентябрь көндө видеоконференция режимында үткән «Хәтерләү, тимәк, белеү» тигән Бөтә Рәсәй асыҡ онлайн-дәресен ҡаранығыҙмы? Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин да ҡатнашты.

Онлайн-дәрес Хәтер һәм дан йылына, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналып, бөтә белем биреү учреждениеларының өлкән синыфтары өсөн үткәрелде. Рәсәй Президенты менән бәйләнешкә Ҡырым, Карелия, Сыуашстан, Краснодар, Камчатка, Новосибирск, Курск, Калининград, Новгород, Липецк, Рязань, Владимир, Киров, Кемеров һәм Мәскәүҙән уҡыусылар сыҡты. Улар менән бергә Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығының училищелары курсанттары ла ҡатнашты. Ә дәресте тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыһы, «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы – 2019» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты Виктория Скрипникова һәм телевидениела алып барыусы, журналист Яна Чурикова үткәрҙе.


Читайте нас: