+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2020, 18:36

Ҡуштау айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһенә әйләнде

Һөйөнсө! Ҡуштау республика кимәлендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе тип иғлан ителде.

Ошо туралағы документ Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы тарафынан хупланған. Ҡарарға республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Әлеге ҡыуаныслы яңылыҡ Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһының «түңәрәк өҫтәл» ултырышында хәбәр ителде. Документта айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең сиктәре һәм махсус һаҡлау режимы раҫланған.
Читайте нас: