+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2020, 18:06

«Рәсәй йырҙары» Бөтә Рәсәй фестиваль-марафоны бара

Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкинаның «Рәсәй йырҙары» Бөтә Рәсәй фестиваль-марафоны старт алды. Фестиваль сиктәрендә тәүге концерт Нефтекамала үтте.

2-һенән 10 сентябргә тиклем республиканың 10 ҡалаһында асыҡ һауала концерттар, оҫталыҡ дәрестәре һәм ижади осрашыуҙар уҙғарыу көтөлә. Фестиваль үткән һәр тораҡ пунктында артистарға халыҡ музыкаһы жанрында эшләүсе урындағы үҙешмәкәр коллективтар ҡушыласаҡ. Фестивалдә Башҡортостан исеменән «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө сығыш яһай.
Читайте нас: