+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 10:24

Сыуаш Республикаһы Башлығы рәхмәтен еткерҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин Сыуаш Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Олег Николаев менән видеоконференция режимында эш осрашыуын үткәрҙе.

Олег Николаев ил етәксеһен коронавирус менән бәйле хәл менән таныштырҙы, медицина хеҙмәткәрҙәренә аҡсалата түләүҙәрҙе айырым иғтибарға алыуҙарын белдерҙе. Унан тыш, республикала тиҙ медицина ярҙамы диспетчерҙары, техник хеҙмәткәрҙәр өсөн өҫтәмә түләүҙәр булдырыуҙарын еткерҙе.
– Һеҙҙең хәл итеүегеҙ буйынса әлеге көндә балаларға ғына 4 миллиард 975 миллион аҡса түләнде, – тине ул.
Кешеләрҙе ауылда ҡалдырыр өсөн ауыл ипотекаһы ставкаһының кәметелеүе хаҡында ла һүҙ йөрөттө.
– Мин һеҙгә Сыуаш Республикаһы, Чебоксар ҡалаһы халҡы исеменән рәхмәтемде белдергем килә, сөнки һеҙ Чебоксар ҡалаһының 550 йыллығы, Сыуаш Республикаһының автономиялы республика булыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһында указға ваҡытында ҡул ҡуйҙығыҙ. Былтыр Чебоксарға 550 йыл тулды, ә быйыл Сыуаш Республикаһының автономиялы булыуына 100 йыл була.
Әлбиттә, күп эштәр башҡарылды. Беҙ быйыл юбилейыбыҙҙы киң билдәләп үтергә йыйынғайныҡ, тик коронавирус инфекцияһы күп пландарҙы үҙгәртте, – тине Олег Николаев.


Читайте нас: