Шулай итеп, ошо уҡыу йылынан «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә Әлшәй, Архангел, Благовещен, Өфө, Хәйбулла райондарының һәм баш ҡалабыҙҙың өҫтәмә белем биреү учреждениеларында 4 мең 485 яңы урын булдырыласаҡ. Был маҡсатҡа 29 миллион 400 мең күләмендә федераль аҡсалата ярҙам ҡаралған.
Өфөнөң «Үҫенте» балалар экология-биология үҙәгендә «Йыһанды тикшереүсе» һәм «Аҡыллы ҡаланы планлаштырыу» берекмәләрен асыу күҙаллана. Баш ҡалабыҙҙың дингеҙ үҙәгендә «Юнганан капитанға тиклем» берекмәһе эшләй башлаясаҡ. «ЛидерЭко» экология-биология үҙәгендә «Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн ял көнөндә сәйәхәттәр» берекмәһе барлыҡҡа киләсәк. Был иһә инвалид балаларға туризм менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирәсәк. Әлеге грант аҡсаһына өҫтәмә белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһы ла яңыртыласаҡ.