+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2020, 19:29

323 уҡыусы дистанцион белем алыуға күскән

Коронавирус инфекцияһы йоҡтороу сәбәпле, республикабыҙҙың 323 уҡыусыһы дистанцион уҡыуға күскән. Әлеге осраҡтар Ишимбай, Мәләүез, Иглин райондарында теркәлгән.

– Һәр осраҡ айырым ҡарала. Ике сәғәт эсендә Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең территориаль идаралығы һәм һаулыҡ һаҡлау министрлығына хәбәр ителә. Бәйләнешкә инеүселәр, шул иҫәптә уҡытыусы, дистанцион режимға китә. Мәктәпкәсә йәштәге учреждениелар менән дә шулай, – тип белдерҙе мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Республика Башлығы Радий Хәбиров, уҡыу йылы башланыу менән уҡыусылар күп ауырыр, тип хафаланған. Республика етәксеһе фекеренсә, грипҡа ҡаршы вакцина эшләтеүҙе пропагандалауҙы көсәйтергә кәрәк. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, төбәгебеҙ йыл аҙағына тиклем гриптан вакцина менән тәьмин ителгән.
Читайте нас: