+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 17:21

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге синыфтар булдырылды

Башҡортостан мәктәптәрендә Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге синыфтар барлыҡҡа килде. Республика Хөкүмәтенең тейешле күрһәтмәһе хоҡуҡи мәғлүмәт порталында донъя күрҙе.

Бындай синыфтар Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында, күп йүнәлешле полилингваль 162-се «Смарт» һәм 44-се мәктәптәрҙә асылды. Әлеге белем усаҡтарында данлыҡлы генералға арналған кабинет-музейҙар ҙа булдырыласаҡ.
Шайморатовсылар берҙәм уҡыу формаһында йөрөйәсәк, һәр уңыштары өсөн уҡыусылар «Йәш шайморатовсы» билдәһе менән бүләкләнәсәк. Шайморатов исемендәге синыфҡа балалар август айында тупланған. Уҡытыусылар өсөн һөнәри күнекмәләр үткәрелә. Уҡыусылар шайморатовсылар сафына тантаналы шарттарҙа Республика көнөндә – 11 октябрҙә алынасаҡ.
Читайте нас: