+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 18:42

Милли кейем көнөнә арнап

Башҡортостан халыҡтарының Милли кейеме көнө Башҡортостанда икенсе тапҡыр үтә. Байрам көнө уңайынан республикабыҙҙың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары 30-лап сара әҙерләгән.

17 августан инде Силәбе өлкәһенең башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге социаль селтәрҙәрҙә «Рәсәй халыҡтары милли кейемдәре» флешмобын ойоштора. Ә Ырымбур өлкәһенең башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге милли кейем буйынса онлайн-конкурс уҙғара. «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге видеолекциялар циклын әҙерләгән. 9 сентябрҙә – «Наполеон һуғышы осоронда «төньяҡ амурҙары»ның хәрби формалағы кейеме», 10 сентябрҙә – «Француз яулығы терминының килеп сығыу тарихы», 11 сентябрҙә «Иңсә – башҡорт казактарының хәрби форма кейеме элементы» темалары буйынса һөйләгәндәрҙе ҡарау мөмкинлеге буласаҡ. «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы үҙенең видеояҙмаһында уҡ өсөн һаҙаҡ эшләргә өйрәтәсәк, татар тарихи-мәҙәни үҙәге ҡурсаҡтар өсөн милли кейем тегеү серҙәрен асасаҡ.
Бөтә теләүселәр республика флешмобында ла ҡатнаша ала. Бының өсөн үҙең теләгән социаль селтәрҙәрҙә милли кейем менән төшкән фотоңды #мойнациональныйкостюм и #милликостюм хэштегы менән ҡуйырға кәрәк. Бөтә саралар Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йортоноң YouTube-каналында урынлаштырыласаҡ.
Читайте нас: