+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 10:40

Сәғүд Ғәрәбстаны менән бәйләнеш нығый

Рәсәй Президенты Владимир Путин был юлы Сәғүд Ғәрәбстаны короле Сәлмән Бен Әбдел Әзиз Әль Сәғүд менән телефондан һөйләште. Kremlin.ru сайтынан хәбәр итеүҙәренсә, һөйләшеү ғәрәб яғы инициативаһы менән ойошторолған.

Бында Сәғүд Ғәрәбстаны рәйеслегендә әлеге йылдың ноябрендә үтәсәк «20 төркөмө» берекмәһенең Хөкүмәт һәм дәүләт башлыҡтары осрашыуына әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды. Донъя иҡтисадына һәм финансына йоғонто яһаған коронавирус инфекцияһының насар эҙемтәләрен бергәләп еңеүгә көс һалыу хаҡында ла фекер алыштылар. Һөйләшеү барышында Рәсәй тарафынан етештерелгән вакцинаға ла иғтибар бүленде. Шулай ике яҡлы хеҙмәттәшлек итеү тураһында һүҙ алып барылды, сауҙа-иҡтисад һәм инвестиция өлкәһендә бәйләнештәрҙе нығытыу тураһында ла һөйләштеләр.




Читайте нас: