+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 16:39

«Евразия йөрәге» халыҡ-ара фестивале көтөлә

Баш ҡалабыҙҙың «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында 11 һәм 12 сентябрҙә бишенсе тапҡыр «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтәсәк.

Фестивалдең тәүге көнөндә – 11 сентябрҙә Милли кейем республика байрамы, «Ҡурайфест», «Этнотөн» һәм Надежда Бабкинаның Бөтә Рәсәй фестиваль марафоны көтөлә. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисткаһы Пелагея үҙенең төркөмө менән сығыш яһаясаҡ.
Иртәгеһенә программаны Еңеүҙең 75 йыллығына арналған концерт дауам итәсәк. Был кистә тамашасыларҙы бөтә донъяға билдәле опера йырсыһы Любовь Казарновскаяның «Үлемһеҙ полк» уникаль проекты көтә. Уның менән бергә популяр музыкант Пётр Дранга һәм «Viva» вокал төркөмө сығыш яһаясаҡ. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Олег Газманов һәм уның «Эскадрон» төркөмө байрам концертының төп ҡунаҡтары буласаҡ.
Читайте нас: