+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 18:40

Милли кейем көнөнә арнап Берҙәм дәрес үткәрелә

Барығыҙ ҙа белеүегеҙсә, 11 сентябрҙә Милли кейем көнө билдәләнә. Был сараның маҡсаты – Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәниәтен үҫтереү һәм һаҡлау.

10-11 сентябрҙә республикабыҙ мәктәптәрендә, өҫтәмә, мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениеларында ошо көнгә арналған саралар үтәсәк. Унда уҡыусылар, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, шулай уҡ атай-әсәйҙәр һәм педагогтар ҡатнашасаҡ. 10 сентябрҙә – Берҙәм дәрес, 10–11 сентябрҙә «Башҡортостан мираҫы – милли кейем» флешмобы ойоштороласаҡ. Флешмобта ҡатнашыусылар Берҙәм дәрескә милли кейемдә йәки милли биҙәүестәрҙә килеп, фотоһүрәттәрен «Бәйләнештә» селтәренә #учусьвнациональномкостюме, #миллимираҫ хэштегы менән урынлаштыра. Саралар буйынса флешмоб еңеүселәре «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының иң яҡшы милли кейеме» (һәр халыҡ буйынса айырым), «Флешмобтың иң йәш ҡатнашыусыһы», «Милли кейемдә аҡһаҡал», «Милли кейемдә ағинәй», «Иң дөрөҫ милли кейем», «Милли кейемдәрҙә уҡыйбыҙ», «Эш кейеме милли стилдә», «Уҡыу формаһы милли стилдә» номинациялары буйынса билдәләнәсәк. Милли кейем көнөнә арнап иң яҡшы дәрес үткәргән педагогтар ҙа иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ. Иң яҡшы дәрестәр «Туған тел донъяһы» сайтында урын аласаҡ.
Читайте нас: