+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2020, 10:07

Президент менән «Тура бәйләнеш» көтөлмәй

Быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путин менән традицион форматтағы «Тура бәйләнеш» көтөлмәй. Ил етәксеһе менән аралашыу алымдарын ошо йылдың декабрендә уҙасаҡ ҙур матбуғат конференцияһында ҡулланыу күҙаллана.

Был иһә төрлө төбәктәрҙәге граждандар менән кире бәйләнеш булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Ошо хаҡта дәүләт башлығының матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков белдерҙе. Уның әйтеүенсә, илдә килеп тыуған хәл арҡаһында президент «Тура бәйләнеш»те бер нисә тапҡыр үткәрҙе.
– Шуға күрә, әлбиттә, быйыл традицион форматта «Тура бәйләнеш» үткәреү артыҡ булыр ине, – тине Дмитрий Песков.


Читайте нас: