+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2020, 12:38

Уҡыусылар ҙа грантҡа дәғүә итә ала

Математика, информатика һәм һанлы технологиялар өлкәһендә юғары уңыштары өсөн уҡыусылар 125 мең һумлыҡ грантҡа дәғүә итә ала. Был хаҡта республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итә.

«Ғариза биреү өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы булыу мөһим. Грантҡа ғаризаны баланың законлы вәкиле йәки 14 йәше тулған уҡыусы үҙе тапшыра ала. 2020 йылдың 1 ноябренә тиклем грантҡа түләү хәл ителәсәк», – тип аңлаталар министрлыҡтан.
Быйыл барлығы 850 уҡыусыға грант тапшырыу планлаштырыла. Ул «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыласаҡ.
Читайте нас: