+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 10:29

«Киләсәк уҡытыусыһы» һайланасаҡ

11 – 13 сентябрҙә баш ҡалабыҙҙа «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» президент платформаһының яңы проекты – «Киләсәк уҡытыусыһы» һөнәри конкурсының ярымфиналы үтәсәк.

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә ойошторолған әлеге бәйгегә Волга буйы федераль округынан 6 мең 724 ғариза бирелгән. Ә ярымфиналға дистанцион теста яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән 54 команда һайлап алынған. Педагогик дебаттар, методик конструктор, кейс-уйынды үҙ эсенә алған конкурс һынауҙары өс көн буйына дауам итәсәк.Ярымфиналда ҡатнашыусылар өсөн, һынауҙарҙан тыш, осрашыуҙар, лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре лә ҡаралған.


Читайте нас: