+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2020, 09:00

Хәҙер Баймаҡта ла автоклуб бар

Баймаҡ районына алынған автоклуб- республикала дүртенсе автоклубтарҙың береһе. Ошо көндәрҙә уны асыу тантанаһы үтте. Шуны ла билдәләп китергә кәрәк: "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә күп функциялы күсмә мәҙәни үҙәктәр республикабыҙҙың биш районында барлыҡҡа киләсәк.

Баймаҡ районы — республикала ҙур райондарҙың береһе. Районда 92 тораҡ пункты иҫәпләнә, шуларҙың 55-ендэ ауыл клубтары бар. Район үҙәгенән иң төпкөл ауылға тиклем — 85 саҡрымдан ашыу. Автоклуб мәҙәниәт йорттары булмаған төпкөл ауылдарҙа концерттар ҡуйырға мөмкинлек бирәсәк.

Читайте нас: