— Бөгөн беҙҙә яңы объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыуға бәйле аныҡ сара. Тап ошо 15 сентябрь көндө беҙҙең илдә санитар-эпидемиология хеҙмәте барлыҡҡа килеүгә 98 йыл тула. Ул 1922 йылда булдырылып, шунда уҡ илдәге һаулыҡ һаҡлау системаһының мөһим бер өлөшөнә әйләнә. Беҙ Тыуған илебеҙҙең санитар-эпидемиология мәктәбенең башында торған Эрисман, Семашко, Сысин исемдәре һәм башҡа күп ғалимдар, табиптар менән ғорурлана алабыҙ, — тип белдерҙе ил етәксеһе үҙ сығышында.