+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2020, 09:00

Тағы ла — бер фельдшер-акушерлыҡ пункты

Бүздәк районында тағы ла бер фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы медицина учреждениеһы Арыҫлан ауылында барлыҡҡа килде.

Әлеге фельдшер-акушерлыҡ пункты ауылдағы 400-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерәсәк. Элеккеһе яраҡлаштырылған иҫке мәктәп бинаһында урынлашҡан ине. Хәҙер медицина учреждениеһы бөтә заман талаптарына яуап бирә. Уның фельдшер кабинеты, ҡарау, процедура, көтөү урындары бар.

Был фельдшер-акушерлыҡ пункты "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән.

Читайте нас: