+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь 2020, 09:00

Һөйөнсө! Балтаста яңы мәктәп асылды!

Республикабыҙҙың Балтас районында яңы мәктәп асылды. Штанды ауылындағы белем усағы "Мәғариф" һәм "Демография" милли проекттары һәм "Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект" проекты сиктәрендә төҙөлгән.

Уны төҙөүгә республика ҡаҙнаһынан 144 миллион һум тотонолған. Мәктәптең майҙаны — 3,7 мең квадрат метр. Комплекс 80 урынлыҡ белем усағынан һәм 40 урынлыҡ балалар баҡсаһынан тора. Улар хәҙерге заман ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Оҫтахана, уҡыу залы менән китапхана, медицина кабинеты, ашхана, спорт залы ла бар. Эргәләге биләмәлә баскетбол, йүгереү юлы менән футбол, кескәйҙәр өсөн уйын майҙансыҡтары, гимнастика блогы урынлашҡан.

Читайте нас: