+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2020, 08:00

Президент ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин Көньяҡ Осетия Президенты Анатолий Бибиловты республика көнө менән тәбрикләп, ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе. Был турала Kremlin.ru сайты хәбәр итә.

Дәүләт башлығы билдәләүенсә, 30 йыл элек көньяҡ осетин халҡы ауыр һынауҙарҙы еңеп, иреккә һәм үҙ аллылыҡҡа үҙ хоҡуғын яҡлай алды.

— Беҙҙең илдәр араһында мөнәсәбәт союзлыҡ һәм интеграция килешеүе нигеҙендә алда үҫер, тип ышанам. Рәсәй үҙенең яғынан Көньяҡ Осетияға көнүҙәк социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл иткәндә, шулай уҡ милли хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙә бөтә яҡлап ярҙам итеүҙе дауам итәсәк, — тиелә Президенттың ҡотлауында.

Читайте нас: