Мәғариф министрлығы һәм ЮХХДИ идаралығы вәкилдәре был йүнәлештә алдағы эш этаптары хаҡында һөйләне. Унан тыш, "Балалыҡтың хәүефһеҙ юлы" республика конкурсында төрлө номинацияларҙа еңеү яулаған Стәрлетамаҡтағы 7-се мәктәп уҡыусыларын бүләкләнеләр. Был белем усағы 20 йылдан ашыу ҡала мәктәптәрендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген иҫкәртеү сараларының координаторы булып тора.