+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 13:40

Ағас ултырт – тормош бүләк ит!

Ғафури районының Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһының бер төркөм уҡытыусылары "Йәшел Башҡортостан" масштаблы экологик акцияла ҡатнашты.

– Хеҙмәттәштәрем Красноусол ауылын урап үткән юл буйындағы 600 метр оҙонлоҡта йәш шыршы үҫентеләре ултыртты. "Ағас ултырт – тормош бүләк ит!" ораны менән ойошторолған сараның маҡсаты – урамдарҙы, ихаталарҙы, йәмәғәт урындарын йәшелләндереү, төҙөкләндереү һәм йәмәғәт инициативаһын хуплау ине. Уҡытыусыларҙың барыһы ла ихлас, дәртләнеп ҡатнашты матур сарала, – тип һөйләй интернат-гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова.
Фото гимназия сайтынан.
Читайте нас: