+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 19:00

Арҡайым ҡаласығына сәйәхәт

Сибай интернат-гимназияһының XI "А" синыфы уҡыусылары "Сәләмәтлек көнө"ндә боронғо Арҡайым ҡаласығына сәйәхәт ҡылды. – Ерҙең кендегендә урынлашҡан тәгәрмәс ҡала хаҡында күп мәғлүмәттәр белдек. XVII – XVIII быуаттарҙа йәшәгән халыҡ күпләп мал аҫраған, металл эшкәртеү, ювелир әйберҙәр эшләү, ҡорал яһау, туҡыу буйынса эштәр менән шөғөлләнгән.

Арҡайым ҡаласығы Силәбе өлкәһе Александров ҡасабаһы эргәһендә Ҙур Ҡараған йылғаһы буйында урынлашҡан. 1957 йылда хәрби картографтар беренсе булып боронғо ҡаласыҡты таба һәм үҙ карталарына билдәләп ҡуя. Тик 1987 йылда, Ҡараған һыуһаҡлағысы төҙөй башлағанда, ҡаласыҡҡа яңынан иғтибар итәләр.
Файҙалы экскурсияны ойошторған тәрбиәсебеҙ Нурия Нуриман ҡыҙы Туйсинаға, кураторыбыҙ Арсен Рәмил улы Кинйәбаевҡа, ниәтебеҙҙе хуплаған интернат - гимназияһы директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбоваға рәхмәтлебеҙ, – тип ҡыуаныстарын еткерҙе гимназистар. Афарин!
Фото гимназия сайтынан.
Читайте нас: