+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 08:00

Ер биләмәләрен рәсмиләштереү буйынса онлайн-сервис булдырыласаҡ

Владимир Путин Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәте етәксеһе Олег Скуфинский менән эш осрашыуы үткәрҙе. Ведомство етәксеһе Рәсәй Президентына ер биләмәләрен рәсмиләштереү буйынса онлайн-сервис булдырырға планлаштырыуҙарын хәбәр итте.

— Беҙ ике ай эсендә торлаҡ төҙөлөшөнә йәлеп итерлек бөтә ер участкалары хаҡында мәғлүмәт йыйҙыҡ. Бындай биләмәләр — 107 мең гектарҙан ашыу майҙансыҡта 5 мең 560. Ә беҙҙең милли проектта — 50 мең гектар, — тип билдәләне ул осрашыу барышында. Бөгөнгө ваҡытта торлаҡ төҙөлөшөнә ерҙәрҙе йәлеп итеү буйынса ике тапҡыр запас булдырылыуын да билдәләне Олег Скуфинский.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ер менән бәйле берҙәм мәғлүмәт базаһы технологияһы төрлө власть органдары мәғлүмәттәренә таянып булдырыласаҡ. Әлеге пилотлы проектты 2021 йылдан Рәсәйҙең дүрт төбәгендә эшләтеп ебәреү күҙаллана.

Читайте нас: