+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 08:00

Ирекмәнлек хәрәкәте хаҡында һөйләштеләр

Ирекмәнлек хәрәкәте нисек үҫешә? Ижади һәм белем биреү проекттарының аудиторияһы нисек киңәйтелә? Рәсәй Президенты Владимир Путин Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Александр Бугаев менән эш осрашыуында ошо хаҡта һәм ведомствоның хәҙерге эшмәкәрлеге хаҡында фекер алышты.

— Хәҙер, пандемия шарттарында, ирекмәнлек хәрәкәте, минең ҡарамаҡҡа, ғүмерҙә булмағанса үҫеш алды. Шундай акцияларҙың береһе — "Беҙ бергә". Бында 120 меңдән дә күберәк кеше бергәләп ауыр хәлдә ҡалыусыларға ярҙам итте, ирекмән-медиктар дауаханаларҙың "ҡыҙыл зона"ларында эшләне. "Мәғариф" милли проекты, "Социаль әүҙемлек" федераль проекты иң беренсе йәһәттә ирекмәнлек һәм уны күтәреү инфраструктураһын булдырыуға йүнәлтелгән.

Беҙ партнёрҙарыбыҙ -"Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте" менән мәктәп йәшенән эшләй башлайбыҙ. Ул һеҙҙең ҡушыу буйынса булдырылған һәм беҙ координаторҙары булып торабыҙ. "Ҙур тәнәфес" конкурсы - бер миллиондан ашыу ҡатнашыусыны йыйыусы матур башланғыс. "Рәсәй — мөмкинлектәр иле" платформаһы сиктәрендә уҡыусылар өсөн "Минең беренсе бизнесым" конкурсы бар, — тип белдерҙе Александр Бугаев.

Читайте нас: