+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2020, 08:00

Сипайловола ике балалар баҡсаһы асыласаҡ

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә "Демография" милли проекты сиктәрендә ике балалар баҡсаһы төҙөлә. Улар йыл аҙағынаса сафҡа инеп, 400-ҙән ашыу баланы ҡабул итәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге социаль объекттарҙы төҙөү 2019 йылдың декабрендә башланғайны. Беренсеһе 65-се балалар баҡсаһының икенсе корпусы буласаҡ. Был мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн дә төркөмдәр ойоштороласаҡ. Икенсеһе Гагарин урамында урынлашҡан.
Икеһендә лә күп эштәр тамамланған да инде, эске яғын биҙәкләү, тыш яғын төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Һәр береһенең дөйөм майҙаны 1 меңдән ашыу квадрат метр тәшкил итә.

Читайте нас: