+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2020, 08:00

Фельдшерҙар автоматлаштырылған эш урындары менән тәьмин ителә

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Берҙәм дәүләт һаулыҡ һаҡлау мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу" төбәк проекты сиктәрендә Туймазы үҙәк район дауаханаһына 23 яңы ноутбук килтерелде.

Хәҙер инде район халҡын хеҙмәтләндереүсе фельдшер-акушер пункттарының эш урындары персональ компьютерҙар менән йыһазландырыласаҡ. Әлеге проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында фельдшерҙар электрон медицина документ әйләнешен алып барыу, тар йүнәлешле белгестәргә йүнәлештәр биреү, телемедицина консультациялары үткәреү мөмкинлектәренә эйә булған автоматлаштырылған эш урындары менән тәьмин ителә.

Читайте нас: