+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2020, 08:00

Президент Нобель премияһына тәҡдим ителде

2021 йылға Нобель премияһына тәҡдим ителеүселәр араһында Рәсәй Президенты Владимир Путин да бар. Ил етәксеһен яҙыусы, "Президент" гәзитенең баш мөхәррире, академик Сергей Комков күрһәткән.

Президенттың матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков аңлатыуынса, был премияға төрлө кешеләр тәҡдим ителә. Президентты премияға тәҡдим итеү ғаризаһы Осло ҡалаһындағы Нобель комитетына 10 сентябрҙә килгән. Сергей Комков әйтеүенсә, тап ошонан һуң Америка яғынан АҠШ Президенты Дональд Трамп тәҡдим ителгән.

Әлеге донъя премияһы – XIX быуат аҙағында швед сәнәғәтсеһе һәм уйлап табыусыһы Альфред Нобель ҡалдырған бишәүҙең береһе. Уны донъяны нығытыуға тос өлөш индергән кешегә йәки ойошмаға тапшыралар.

Читайте нас: